Коллегаларыма ярҙамға

Милли кейем көнөнә арналған класс сәғәттәре, кластан тыш саралар өсөн ҡулланырға тәҡдим итәм.

Тәжрибә майҙансығы:

📍Дәрестә балалар арып, иғтибарҙарын ситкә йүнәлтә башлаһа, “Төҫтәр” уйынын тәҡдим итергә була. Был уйында төҫтәрҙе уҡырға түгел, ә ниндәй төҫ күреүеңде атау талап ителә.

📍Был алым шунда уҡ иғтибарҙы тупларға ярҙам итә, ял минуттарында файҙаланыу ҙа отошло.

📍Үҙегеҙгә лә ваҡыт-ваҡыты менән шундай күнекмәләр яһау аң ҡеүәһен тотороҡло итеү һәм хәтерҙе юғалтмаҫ өсөн бик файҙалы булыр.

 

Уҡытыусыға кәңәштәр:

Дәресте йылы һүҙ менән башла. Класс алдында үҙеңде юғары ҡуйма. Уҡытыусы – уҡыусыларҙың ярҙамсыһы.

  1. Ата-әсәләргә юҡ ҡына нимәләргә зарланма, балаларының ыңғай яғын күрһәт.
  2. Тыныс, киң күңелле, хис-тойғоға бай, дәртле, яғымлы бул.
  3. Дәрес һайын « 2» билдәһе ҡуйып, баланың уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуын, мин-минлеген юҡҡа сығарма.
  4. Белем биреүҙә баланың хәленән килерлек эштәр генә файҙалы булыуын онотма.
  5. Уҡыусыңдан белем талап итерҙән алда, уны үҙең бирә бел.
  6. Уҡыусыларыңа бөтә яҡлап та өлгө бул: белемең менән дә , өҫ-баш бөхтәлеге менән дә.
  7. Дәрестә һәр минутыңдың ҡәҙерен бел, уҡыусыларыңды ла шуға өйрәт.
  8. Уҡыусылар өсөн улар уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк һорауҙар төҙө һәм бир.
  9. Баланың уҡыуында һәм яуаптарында ебәрелгән хаталарға иғтибарлы бул. Уларҙы ваҡытында төҙәт.
  10. Уҡыусыларҙа һөйләүсенең телмәрен иғтибар менән тыңлау һәләтен үҫтер.
  11. Дәрестә предмет-ара бәйләнеш булдыр.
  12. Ял итеү минуттарын ваҡытлы һәм эффектлы итеп үткәр.
  13. Уҡыусыларҙы дәрес барышында маҡтап, хуплап алырға онотма
  14. Һәр эш аҙағында һығымта яһарға, ә дәрес аҙағында уны йомғаҡларға , уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә баһа бирергә онотма.
  15. Уҡыусыларҙың ижади эшләү һәләтен, ихтияр көсөн үҫтер. Һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу теләге булдыр.
  16. Предмет буйынса белем биреүҙе тәрбиә эше менән берлектә тормошҡа ашыр.
  17. Кәйефең булмаған саҡта, уҡыусыларҙың да кәйефен төшөрмә.
  18. Һинең уҡыусың – кемдеңдер ғәзиз балаһы икәнлеген иҫеңдән сығарма, шунда ғына һин –ысын уҡытыусы.

Файҙалы һылтанмалар:

http://blang.ru/textbooks.php -сайт для учителя
http://www.bashklip.ru/index/bashkirskiy_yazik/0-17 — электронные учебники
http://in-yaz-book.ru/bashkir.shtml — электронные учебники
http://bash-perevod.ru/ — переводчик
http://ru.yourwebsite.com/www.kitap-ufa.ru/• словари
www.bashklip.ru -онлайн передачи
http://ru.yourwebsite.com/tag
http://tel.bashqort.com сайт башкорт теле, который посвящен изучению башкирского языка.
http://tel.bashqort.com/index.php?option=com_content. «Башкирский Язык» — Хисамитдинова
http://www.gsrb.ru/ Официальный сайт курултая
http://www.bashnl.ru сайт национальной библиотеки им.Валиди
http://ostaz.ru сайт для учителей башкирского языка
http://www.bashforu m.net Башҡорт форумдары
http://www.bash-portal.ru/ башкирский портал
http://www.yeshlek-gazeta.ru сайт газеты Йэшлек
http://tel.bashqort.com — Сайт изучения башкирского языка
http://tugantel.ru — Изучение башкирского языка