Үҙем тураһында

         Мин, Садыҡова Альбина Вәкил ҡыҙы, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында 1988 йылдың 14 ноябрендә  тыуғанмын.  Миңә ике йәш тулғанда ғаиләбеҙ менән Баймаҡ районы Күгиҙел ауылына күсеп ҡайттыҡ. Бәләкәй саҡтан китаптар уҡырға, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙырға яраттым, башҡорт теле, әҙәбиәт, мәҙәниәт дәрестәрен ҡыҙыҡһынып өйрәндем, был өлкәлә төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатнаштым. 2002 йылда «Аманат» журналының балалар һәм үҫмерҙәр мөхәрририәте тип билдәләндем.

      2005 йылда Күгиҙел мәктәбен тамамлағас, туған телгә һөйөү мине Өфөләге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килде. Студент йылдарында ла гәзит — журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттем. 2011 йылда «Шоңҡар» журналының лауреаты булдым.

      2016 йылдан Баймаҡ районы Өмөтбай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирәм. Уҡыусыларым район олимпиадаларында,  төрлө ижади конкурстарҙа  әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.

Тормош иптәшем менән өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

Үҙем тураһында: 2 комментария

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *