Яңылыҡтар

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2020»

        «Йыл уҡытыусыһы-2020» республика конкурсы тамамланды… 8 көнгә һуҙылған, 8 ярыш төрө булған конкурс тәүҙә сиге күренмәҫ һымаҡ ине. Ләкин матур ойошторолоуы, изге теләктәр, берҙәмлек менән бер тынала үтеп тә китте. Тәьҫораттар әйтеп бөткөһөҙ. Йоҡоһоҙ төндән һуң йылмайып, һыр бирмәй сығыш яһауҙар, яңы таныштар, эш алымдары, күҙ йәштәре һәм бәхетле минуттар… Ғөмүмән, конкурс ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды.
       Тағы ла ғаиләңдә, мәктәбеңдә һине аңлап, ярҙам итеп торһалар ғына, тыныс күңел менән, ышаныслы сығыш яһап, һөҙөмтәгә өлгәшергә булалыр ул. Мине лә аңлаған, терәк булған тормош иптәшемә, ҡыҙҙарыма, атай-әсәйемә, ҡәйнәмә, бөтә туғандарыма, дуҫтарыма, мәктәбем коллективына, мәктәп администрацияһына, көн дә изге теләктәрен теләп ултырған өләсәйҙәремә ҙур рәхмәт. Айырым рәхмәтем миңә ышаныс белдергән район мәғариф бүлегенә һәм минең менән конкурстың башынан алып аҙағына тиклем бергә булған Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы һәм Йәнбирҙина Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙына. Барығыҙға ла ғаилә именлеге, уңыштар теләйем.

Матбуғатта

Халыҡ-ара туған телдәр көнө, Башҡорт теле йылы уңайынан «Һаҡмар» район гәзитендә тотош бер бит итеп беҙҙең уҡыусыларҙың мәҡәләләре баҫылды. «Бөгөн Өмөтбай мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Садыҡова әҙерләгән махсус битте тәҡдим итәбеҙ. Балаларҙың ижады менән танышып, уларҙың ни тиклем бай телле, рухлы булыуҙары менән һоҡланырға һәм уларҙан үрнәк алырға ҡала»,- ти улар баш һүҙҙә. Редакция хеҙмәткәрҙәренә беҙ ҙә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Туған телдәр көнө

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Өмөтбай уҡыусылары башҡорт телендә диктант яҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды.   

Семинар

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсына әҙерлек сиктәрендә 14 февраль көндө Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында семинар үткәрелде. Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырҙы, һәр этап буйынса фәһемле кәңәштәр бирҙе. Баш ҡаланан һорауҙарыбыҙға яуап табып, ҡанатланып ҡайттыҡ.

Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында Хәтер һәм дан йылы уңайынан мәғлүмәти мөйөш булдырылды. Бында яугир-шағирҙар тураһында папкалар, ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында яҙмалар, китаптар, яҙыусыларҙың ҡанлы йылдар һәм Еңеү байрамы тураһында шиғырҙары тупланған папкалар, уҡыусыларҙың тематик ижади эштәре урын алды.

Башҡорт теле йылы

Башҡорт теле йылы уңайынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында «Әсәм теле-сәсән теле» стенды тулыландырылды. Йыллыҡ планға ярашлы кластан тыш саралар, ижади конкурстар үткәреү өсөн тематик папкалар эшләнелде.

«Һеңлекәш» фильмы

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы, ниһайәт, беҙҙең яҡтарға ла килеп етте. Йөрәккә үтеп  инерлек, тәрән хис-тойғо менән төшөрөлгән фильмдан рух күтәрелеп, ҡыуанып ҡайттыҡ. Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған, дуҫлыҡ менән тоғролоҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырған картиналар барыһының да күңелен арбаны.

Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап

Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән өлкән быуын вәкилдәре тураһында мәғлүмәттәр йыйыуға уҡыусылар әүҙем ҡушылды. 8-се класс уҡыусыһы Әминева Нурзиләнең яҙмаһын тәҡдим итәм.

     Фатима өләсәй.

Бына минең алдымда ҙурайтылған элекке ҡара фото. Унан миңә һөйкөмлө, уйсан күҙҙәр ҡарай. Был минең өләсәйемдең әсәһе- Ғүмәрова Фатима өләсәй. Уның тормошо- үҙе бер тарих.

Ул 1901 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Ҡыҙсыҡ абыстайға йөрөп уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ун етенсе йәшкә сыҡҡан ҡыҙҙы Килдеғол ауылына кейәүгә бирәләр. Йәштәр бик һәйбәт кенә йәшәп китә. 1918 йылда улдары донъяға ауаз һала.

Илдәге болғаныштар төпкөл Бөрйән яҡтарына ла килеп етә. Ауылда йә аҡтар, йә ҡыҙылдар хөкөм һөрә. Етешһеҙлек, төрлө ауырыуҙар халыҡты йонсота. Тиф ҡоторона. Ҡәйнәһе, бикәсе, ире ошо ауырыуҙан донъя ҡуя. Кәфенлеккә туҡыма булмағас, юрған тышын һүтеп, мәйеттәргә кәфен теккәндәр.

Бер йәшлек улы менән Фатима өләсәйҙе ата-әсәһе Өмөтбайға алып ҡайта. 1920 йылда ошо ауыл егете Ғүмәров Ғәҙелгәрәйгә кейәүгә сығып, тырышып донъя көтәләр. Тормоштарын биҙәп, ҡыҙҙар, малайҙар тыуа.  Ғаилә башлығы йүнсел, тырыш була. Элек ғәрәп хәрефтәре менән уҡыһа, ликбезда йөрөп, латин хәрефтәрен өйрәнә, ә мәктәптә уҡытыу рус графикаһына күскәс, үҙ аллы быныһын да өйрәнә. Шулай итеп, ғәрәп, латин, рус графикаһында иркен уҡый, яҙа алған.

Тырыш ғаилә һынатмай. Бына тигән ҙур өйөн дә һалып инәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса тултырып, картуф үҫтерәләр. Дуҫ-туғандарын һоҡландырырлыҡ итеп йәшәй улар. Оло улдары 1940 йыл, Темәс педучилищеһын тамамлап, эш башлай.

Халыҡ был йылдарҙа иркен тын алып ҡала: граждандар һуғышы афәттәре әҙләп онотола, кешеләрҙең өҫтө-кейемгә, тамағы-ашҡа туя башлай.  Тик тыныс тормош Бөйөк Ватан һуғышы менән өҙөлә. Оло улдары фронтҡа китә. Урмансы булып эшләгән ғаилә башлығы Сәләх утарына күсергә ҡарар итә. Сөнки эшенә лә яҡын, икенсенән, нисә баш мал көтөүеңде тикшереп тороусы юҡ.

Еңеү килеүен, улдарының имен-аман ҡайтыуын теләп, ғаилә ғүмер итә. Балалары үҫә, тағы ла бер ҡыҙҙары педучилищела яҡшы итеп уҡып йөрөй, уңыштары менән уҡытыусыларын да, ата-әсәләрен дә шатландыра.

Шулай бер ваҡыт эше буйынса олатайҙы Асҡарға саҡырталар (элек Билал ауыл Советы Әбйәлил районына ҡараған). Килгәс, совет власына ҡаршы эш алып бара, тип, нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Бергә килгән юлдашы Маһинур апай атын ғаиләһенә алып ҡайтып биреп, хәлде һөйләй. Өләсәй төнө менән бар хәленсә бешеренеп, йылы кейемдәр алып, таң менән юлға сыға. Сепрәк, еп, ҡайсы ла ала, сөнки унынсы балаларын көткән булалар.

Һыуыҡ ғинуар көнө. Ҡояш иртә байый, төнгә ҡалып район үҙәгенә килеп етә өләсәйем.

-Бындай һыуыҡ төндә ни эшләп йөрөйһөң?-ти дежур милиционер.

-Иремә аҙыҡ, кейем алып килгән инем,- ти. Тик олатайымды Өфөгә алып киткән булалар. Быны ишеткәс, ҡулындағы төйөнсөгөн төшөрөп ебәрә өләсәйем. Фатир хужаһы Абдулла миһырбанлы кеше булып сыға, кәңәштәре менән ҡайғыһын еңеләйтергә тырыша. Керпек тә ҡаҡмай төн үткәреп, ртәнсәк ҡайтыу юлына сыға. Һуң ғына ҡайтып етә ул, ә таңға минең өләсәйем тыуа.

Олатайһыҙ тормош башлана. Ябай ауыл ире ниндәй генә халыҡ дошманы булһын инде. Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк.

Олатай ышаныслы танышы аша “Фатима ауылға ҡайтһын, утарҙа ҡалмаһын, туғандары менән еңелерәк булыр”, — тип сәләм ебәргән.

Йәй еткәс, өләсәй ауылға күсеп ҡайта. “Мейесте һүтеп торам, сығарттырһам, оҫтаға хаҡына нимә түләрмен икән тип, төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итеп торам, шуны иҫләп, мейесте ҡабаттан үҙем сығарҙым, төтәмәй геүләп янып китте”, — тип хәтерләгән өләсәйем. Шунан мейессе тигән даны сыға уның. Ал-ял белмәй, балаларым ас-яланғас булмаһын тип ауылдаштарын күп кенә мейестәр сығара. Ҡул араһына ингән балалар менән бесәнен дә сабалар, кәбәнен дә ҡоялар, утынын да әҙерләйҙәр. Ярай әле балалар ҙа ярҙамсыл, егәрле була.

Өләсәйҙең ҡулдар алтын була: көпөһөн дә тегә, быйма табанлай, тире эшкәртеп, аяҡ кейемдәре әҙерләй, балаҫ, тирүгә, дебет шәлдәр һуға. Кәрәсинде һаҡлап, ҡара төндә йөн иләй, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй.

Ул ваҡытта дәүләткә йыл һайын 8 килограмм һары май һәм байтаҡ ҡына итте бушлай тапшырғандар. Балаларҙың ауыҙынан өҙөп, быныһын да тапшыралар. Колхоз һәр ғаиләгә бесән әҙерләргә норма ҡуя: бесән уңһа-гектарлап, ҡоро йылдарҙа – күбә һаны менән. Һалынған бесән заданиеһын да үтәйҙәр, үҙҙәренә лә күп итеп әҙерләйҙәр, артҡанын ҡыш Түбә баҙарына алып барып һатҡандар. Быныһы ла иш янына ҡуш була.

Һуғыш бөтә, оҙаҡ көткән Еңеү килә, балалар үҫә. Күкрәген орден, миҙалдар менән тултырып, оло улы ҡайта. Тик олатай ҡайта алмай. Һорау алғандағы язалауҙарға, төрмәләге аслыҡ, һыуыҡҡа түҙмәй үлеп ҡала. Балалар атаһыҙ үҫә…

Олатайҙы аҙаҡ аҡлағандар. Ул документ ҡулдан-ҡулға күсә килеп, ҡулға алған сағында тыуған ҡыҙында – минең өләсәйемдә һаҡлана. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын һаҡлап алып ҡалған, уҡытҡан: ике улы, ике ҡыҙы педагог булып эшләгән. Уны ауылдаштары тик яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтерләйҙәр. Изгелекле, ярҙамсыл булған, дин тотҡан. Фатима өләсәй 85 йәшкә етеп, бүлә-бүләсәрҙәрен дә һөйөп, донъя ҡуя. Ундай өләсәйҙәр һәйкәлгә лайыҡ.

                                                                                                              Нурзилә Әминева.

 

Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы

Баймаҡ районында Башҡорт теле йылын тантаналы асыу сараһы   4 февраль көнө Баймаҡ лицей-интернатында ойошторолдо.  Ҡала һәм райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Телен белгән генә илен белер» эстафетаһына старт бирелде.  Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларының телебеҙҙе данлаған сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.