Хәйерле көн, дуҫтарым, коллегеларым, ата-әсәләр!

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Сайтым аша дәрес өлгөләре тәҡдим итергә, үҙебеҙҙең уңыштарыбыҙ, ижад емештәребеҙ менән таныштырырға теләйем. Һеҙҙең теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе лә көтөп ҡалам.

 

Эшләгән урыным: Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының Өмөтбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Һөнәрем: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Белемем: Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, юғары белемгә эйә булдым

Педагогик стажым: 4 йыл

Маҡсатым: белемле һәм тормошҡа үҙ ҡарашы булған һәләтле шәхес тәрбиәләү.

Яратҡан шөғөлдәрем: тәбиғәт ҡосағында ял итеп, эшемә илһам алыу, балалар донъяһы, тәбиғәт күренештәре, тормоштағы ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр яҙыу, тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡты фотоға төшөрөү, башҡортса открыткалар эшләү.

Тормош девизым:

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,

Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын…

Хаталар ҙа булыр тормошоңда,

Тик тормошоң хата булмаһын! 

                                (Р.Ғарипов)

: 13 комментариев

  1. Альбина Вәкил ҡыҙының сайты бик оҡшаны. Уҡытыусының төплө белемле икәнлеге, әүҙемлеге күренеп тора. Афарин, артабан да ижади уңыштар.

  2. Сайт оҡшаны. Йәш,талантлы уҡытыусыға ижади уңыштар,яңы бейеклектәр яулауығыҙҙы теләйем.

  3. Альбина Вәкил ҡыҙы! Эш тәжрибәгеҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, бик ижади эшләүсе уҡытыусыһығыҙ! Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!!!

  4. Афарин, Альбина Вәкил ҡыҙы! Файҙалы сайт булдырғанһығыҙ. Эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем.

Добавить комментарий для Әлфиә Отменить ответ

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *